– Башҡортостанды алға киткән ҡеүәтле ғилми мәктәбе, ҙур федераль университеттары булған төбәктәр уратып алған, ә беҙҙә ундайҙар юҡ, – тине Радий Хәбиров. – Башҡорт дәүләт университеты менән Өфө дәүләт авиация техник университетын берләштереү федераль программаларҙа ҡатнашыу, өҫтәмә финансҡа эйә булыу мөмкинлеген бирәсәк. Ә был иһә республикала фәнде һәм мәғарифты үҫтереү өсөн яңы офоҡтар асасаҡ. Мин БДУ-ла 14 йыл эшләнем, юридик факультет деканы булдым. Шуға күрә юғары белемдең нимә икәнлеген яҡшы беләм. Беҙ фәнде көсәйтеп, университеттарҙы үҫтерәсәкбеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлекле вуз йолаларын һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Юғиһә беҙҙе бюджет урындарының ҡыҫҡарыуы, студенттарыбыҙҙың башҡа төбәктәргә китеүе көтә. Берләштереү һөҙөмтәле булыр, тип ышанабыҙ. Уңышҡа өлгәшә алһаҡ, ә беҙҙең быға шигебеҙ юҡ, яңы вуз “Өҫтөнлөк-2030” федераль программаһы буйынса бер миллиард һумлыҡ грант аласаҡ.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин әйтеүенсә, әле Томск, Төмән һәм Силәбе өлкәләрендә университеттарҙы берләштереү бара.
Артабан республика Башлығы осрашыуҙа ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Мәҫәлән, БДУ аспиранттарын уҡыу йорттары берләштерелгән осраҡта диссертация советтарының һаҡланып ҡалыу-ҡалмауы һәм үҙҙәренең вузында диссертацияны яҡлап өлгөрөү-өлгөрмәүҙәре борсой.
– Бөтә диссертация советтары ҡала. Берҙәм университет ҙур ҡеүәткә эйә булғанға күрә, бик күп йүнәлештәр буйынса диссертация яҡлауға дәғүә итергә мөмкин, – тине Радий Хәбиров. – Берләштереү бөгөн, иртәгә генә булмай – диссертация яҡлап өлгөрәһегеҙ. Ә өлкән курс студенттары Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты дипломдарын аласаҡ.
Осрашыуҙа ҡатнашыусылар шулай уҡ университеттарҙы тамамлаған йәштәрҙең мәшғүллеге һәм студенттарҙың башҡа төбәктәргә китеүе мәсьәләһен күтәрҙе.
– Бер яҡтан, йәштәрҙең башҡа төбәктәрҙәге төп вуздарға уҡырға инеүе бик шәп. Иң мөһиме – уҡып бөткәс улар үҙебеҙгә әйләнеп ҡайтһын. Бының өсөн планға ярашлы эш алып барырға кәрәк, – тине Радий Хәбиров. – Республика мәшғүллек өсөн уңайлы шарттар, ғаилә ҡороу өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙырыу маҡсатында әкренләп тулайым төбәк продуктын арттыра, инвестиция йәлеп итә, яңы производстволар аса. Хатта “Башҡортостан ихаталары” тигән программа ла балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнә. Минеңсә, ике вузды берләштереү ҙә Башҡортостандағы тормошто әүҙемләштереүгә булышлыҡ итәсәк.
Осрашыуҙа студенттарҙың ике уҡыу йортоноң да дөйөм ятаҡтарынан һәм бүтән университет структураһынан файҙанала алыу-алмауы тураһындағы һорау яңғыраны.
– Әлбиттә, китапханалар, лабораториялар, спорт залдары, дөйөм ятаҡтар һәм башҡа биналар уртаҡ буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Әле төрлө факультеттар ҙа төрлө шарттарға һәм мөмкинлектәргә эйә. Проектты яҡлап, федераль грант отһаҡ, яңы дөйөм ятаҡтар төҙөйәсәкбеҙ. Беҙ Рәсәй Хөкүмәте яғынан финанс ярҙамына ышанабыҙ.
Студенттарҙы Өфө дәүләт авиация техник университетындағы хәрби кафедра яҙмышы ла борсомай ҡалманы.
– Авиация университетындағы хәрби үҙәктә армия һәм оборона сәнәғәте ихтыяждары өсөн кадрҙар әҙерләнә. Был йүнәлеште беҙ һаҡлап ҡалырбыҙ, – тине республика Башлығы.
Уҡытыусылар һәм студенттар өсөн фәнни гранттар бүлеүгә килгәндә, төбәк етәксеһе, тикшеренеүҙәр үткәреүгә төҙөлгән килешеүҙәр ғәмәлдә ҡаласаҡ, тип белдерҙе.
Авиация университеты студенттары вуздарҙа перспективалы фәнни йүнәлештәрҙе, атап әйткәндә, альтернатив энергетиканы үҫтереү менән ҡыҙыҡһынды.
– Былтыр Бөрйән районында ҙур ҡояш электр станцияһын астыҡ, ошондай уҡ объекттарҙы Ағиҙелдә һәм Стәрлебаш районында проектлайбыҙ., – тине Радий Хәбиров. – Барыһы ла яҡшы бара. Мәҫәлән, Бөрйәндәге станция биләмәне электр энергияһы менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирҙе. Ел генерацияһы буйынса ла тәҡдимдәр бар.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ берләштерелгәндән һуң һәр вуз дипломдарының статусы тураһында һөйләне.
– Бөгөн һәр эш биреүсе тәү сиратта кешегә, уның компетенцияһына иғтибар итә, ә уның дәрәжәләр исемлегенә түгел, – тине Радий Хәбиров. – Шуға күрә атамалар менән мауыҡмағыҙ. Эйе, БДУ менән Өфө дәүләт авиация техник университетының дипломдары статусы уларҙы тамамлап сыҡҡан абруйлы шәхестрҙең исемдәре, уҡыу йорттарының бай тарихы менән раҫлана. Яңы вуздың статусы өсөн көрәшергә тура килер, ләкин беҙ бергәләп, иңгә-иң терәшеп көрәшәсәкбеҙ.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/140486.ht