Афәттән ҡотолоу юлы – вакцина яһатыу
– Уға ни бары 33 йәш ине. Беҙҙең менән бергә ике йыл эшләп өлгөрҙө. Бик энергиялы, дәртле кеше булды, – тине Радий Хәбиров. – Ришат Марат улы коронавирус менән йыл башында бик ауыр итеп сирләгәйне, аҙаҡ һауыҡты. Тик бына сирҙең эҙемтәләре йәнә үҙен күрһәтте.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, ошо ваҡыт эсендә Башҡортостан коронавирустан үҙенең икенсе хакимиәт башлығын юғалтты.
– Шуға күрә, коллегалар, бөтәгеҙгә лә кәңәшем бер: вакцина яһатырға кәрәк. Әлеге ваҡытта һаман байтаҡ хеҙмәттәшебеҙ сирләй. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, – тине ул.
Икенсе мәсьәлә итеп республика етәксеһе Асҡын районы хакимиәте етәксеһе вазифаһына яңы кеше табырға ҡушты. Район Советы кандидатуралар ҡарарға һәм тәҡдим итергә тейеш.
– Уны ерләргә райондарынан бик күп кеше килде, был уны яратыу һәм хөрмәт итеү тураһында һөйләй. Яңы кеше лә лайыҡлы, эшләрлек булһын, – тине Радий Хәбиров.
Шулай уҡ Ришат Марат улының ҡатыны, ике балаһы һәм өлкән йәштәге ата-әсәһе ҡалған. Радий Хәбиров үҙенең хакимиәтенә ғаиләгә ярҙам йәһәтенән мөмкин булғандың барыһын да эшләргә ҡушты.
Дүшәмбе Асҡын районында булғандан һуң, Радий Хәбиров эш мәсьәләһен дә күтәрҙе. Уның белдереүенсә, Асҡындағы Мәҙәниәт һарайы быйыл йәйгә Бөтә донъя фольклориадаһына тиклем ремонтланып бөтөргә тейеш.
– Был Мәҙәниәт һарайы оҙайлы ваҡыт эшһеҙ торҙо. Дөйөм көс менән ремонттың төп өлөшөн башҡарҙыҡ, тик уны тамамлау өсөн аҡса етеңкерәмәне. Сәхнә өлөшөн ремонтларға һәм ҡорамалдар кәрәк. Фольклориада ваҡытында Асҡын районы байрамды үткәреү майҙандарының береһе буласаҡ. Шуға күрә ваҡытында тамамлағыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Коронавирус менән көрәш мәсьәләһенә был юлы йәнә ҙур иғтибар бирелде. Вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы һандар менән таныштырҙы.
Башҡортостанда 32252 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Һуңғы тәүлектә – 108 осраҡ. 242 пациент дауаханала ята, биш кеше ауыр хәлдә. Амбулатор ярҙамды 4372 кеше ала.
Республика дауаханаларында коронавирус менән сирләгәндәр өсөн урындар һанын ҡыҫҡартыу дауам итә. Бөгөнгә ҡарата 1968 урын бар, уларҙың 84 проценты тулы.
Максим Забелин был мәкерле сирҙән вакцинациялау барышы тураһында ла һөйләне. Һандар шундай: республикала 95 мең кешегә прививканың ике компоненты ла һалынған. 132 мең кешегә беренсе компонент яһалған.
Башҡортостанда 134 стационар һәм биш мобиль вакцинациялау пункты эшләй. Уларҙың дүртәүһе Өфөлә – Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, “Мега”, “Планета” сауҙа үҙәктәрендә, “Башҡортостан” лайфстайл үҙәгендә һәм Стәрлетамаҡтың “СитиМолл” сауҙа үҙәгендә.
– Тағы бер нисә мобиль пункт асыу мәсьәләһе ҡарала. Әлеге ваҡытта мобиль пункттарҙа ике мең самаһы кешегә прививка яһалды, – тине Максим Забелин.
Радий Хәбиров коронавирусҡа ҡаршы көрәш тәртибен боҙған ойошмалар тураһында әйтте. 23 марттан алып 26 мартҡа тиклем Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең Контроль идаралығы ҡала һәм райондарға тикшереүҙәр менән сыҡҡан. Барлығы 53 учреждение тикшерелгән, 15-енә иҫкәрмәләр эшләнгән. Башҡа 38 ойошмала тәртип.
Етешһеҙлектәрҙең ҙур өлөшө медицина учреждениеларында. Улар араһында Стәрлетамаҡтағы өлкәндәр поликлиникаһы, Бәләбәйҙә балалар поликлиникаһы, Учалы үҙәк ҡала дауаханаһы, Нефтекама поликлиникаһы, Бөрө үҙәк район дауаханаһы, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаһы, Октябрьский онкология диспансеры филиалы һәм башҡалар бар. Етешһеҙлектәр шундай: килгән кешеләрҙең тән температураһы үлсәнмәй, инеү-сығыу режимы ойошторолмаған, зоналарҙы “бысраҡ” һәм “таҙа”ға бүлеү юҡ, битлек режимын тулыһынса үтәмәү ( 50 процент ҡына) һәм башҡалар.
Бынан тыш, етешһеҙлектәр белем биреү учреждениеларында ла теркәлгән. Учалы психоневрология интернатында, Октябрьский ҡалаһындағы өлкәндәр һәм инвалидтар өсөн интернатта тән температураһы үлсәнмәй, инеү-сығыу режимы ойошторолмаған, хеҙмәткәрҙәр битлек тәртибен 30 процентҡа ғына үтәй.
– Әлеге ваҡытта бик күп дәүләттәр тулы ҡурсаланыу тәртибенә күсә, сөнки инфекция таралыуы көсәйә. Ҡағиҙә булараҡ, уларҙа башланған хәл беҙгә лә килеп етә. Әҙер булырға кәрәк. Ҡотолоу юлы – дисциплинаны, ковидҡа ҡаршы көрәш ҡағиҙәләрен үтәү һәм вакцинация, – тине Радий Хәбиров.
Пособиены яңыса ала башлайҙар
Кәңәшмәлә балалары булған ғаиләләр өсөн бик мөһим мәғлүмәт еткерелде. Һүҙ өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә пособие түләү тураһында. Был турала ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова доклад менән сығыш яһаны.
Шулай итеп, быйыл 1 апрелдән был түләүҙе биреү шарттары үҙгәрҙе.
– Рәсәй Президенты указына ярашлы, ғаиләләргә социаль ярҙамдың был төрө 2020 йылдан индерелгәйне. Түләү финанслашыу шарттарында башҡарыла, уның 88 проценты – федераль бюджеттан. Былтыр уның күләме биш мең һум самаһы, балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итә ине (4894 һум). Был дәүләт ярҙамын беҙҙең республикала 137 мең баланың ата-әсәһе алды, – тине Ленара Иванова.
Быйыл 10 мартта ил Президенты Владимир Путин яңы указға ҡул ҡуйҙы, ул түләүҙе алыуҙың яңы шарттарын һәм яңы түләү кимәлен билдәләй. Бынан ары түләүҙең нигеҙ күләме, ошоға тиклемге кеүек үк, балалар өсөн йәшәү минимумының яртыһын тәшкил итәсәк (5038,50 һум). Әгәр был түләүҙе иҫәпкә алып та, ғаиләнең килеме йәшәү минимумынан артып китмәй икән, пособие күләме 7,5 мең һумға тиклем артасаҡ. Максималь түләү күләме лә ошолай уҡ билдәләнәсәк, ул 10 мең һумдан ашмаясаҡ. Бынан тыш, мөлкәт тә иҫәпкә алына башлаясаҡ.
– Арттырылған күләмдәге түләүҙе билдәләү өсөн ғариза менән ағымдағы йылдың 31 декабренә тиклем мөрәжәғәт итергә була. Ғариза биргән көндөң ҡасан икәнлегенә ҡарамай, яңынан иҫәпләү 2021 йылдың 1 ғинуарынан алып башҡарыласаҡ. Әгәр ғаилә был түләүҙе ошоға тиклем алған икән, уларға ла уның күләмен яңынан иҫәпләтеү өсөн ғариза тапшырырға кәрәк, – тине министр.
Хәҙер был түләүҙе инвалид балалар тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә ала аласаҡ. Бынан ары уларҙы тәрбиәләү өсөн түләнгән аҡса ғаилә килеме булып иҫәпләнмәйәсәк.
Быйыл да ғариза биргән саҡта документтарҙың ҙур өлөшө ведомство-ара хеҙмәттәшлек тәртибендә белгестәр тарафынан йыйыласаҡ.
Ленара Хәким ҡыҙы белдереүенсә, быйыл яңы шарттарҙа был түләүҙе республиканан 100 мең самаһы ғаилә ала аласаҡ. Ғаризалар ҡабул ителә башланы.
Кем ҡағиҙәне үтәргә теләмәй?
Оператив кәңәшмәләге тағы бер тема – йәмәғәт транспортында йөрөү өсөн ҡулаҡсаһыҙ түләү һәм касса техникаһын файҙаланыу.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республикала һалым органдары йәмәғәт транспортындағы контроль-касса техникаһын файҙаланыуҙы тикшереүен дауам итә. Федераль Һалым хеҙмәтенең республика идаралығы етәксеһе Марат Вәхитов белдереүенсә, 2 февралдән алып 25 мартҡа тиклем улар ЮХХДИ идаралығы менән берлектә 150 рейд үткәргән. Улар барышында 65 закон боҙоу осрағы асыҡланған. Киләсәктә иһә Башҡортостан биләмәһендә эшләгән барлыҡ ташыусыларҙы ла тикшерәсәктәр.
Башҡортостан Башлығының социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдереүенсә, Һалым хеҙмәтенең эшмәкәрлеге ыңғай һөҙөмтәләрен бирә башлаған да. Ҡулаҡсаһыҙ түләү алыуҙан баш тартҡан ташыусылар һаны күҙгә күренеп кәмегән.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков белдереүенсә, былтыр Башҡортостанда пассажирҙар ташыу баҙарында ҡулаҡсаһыҙ түләү алыу өлөшө 22 процентҡа үҫкән һәм 68 процент тәшкил итә. Ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүҙең яртыһынан күбеһе “Алға” картаһы аша башҡарыла.
Һалым хеҙмәтенең контроль рейдтары теркәлгән йөрөүҙәр һанының артыуына килтерҙе. Водителдәр йышыраҡ пассажирҙарға касса чектары бирә башлаған. Быға тиклем “Алға” транспорт картаһы проектында ҡатнашыуҙан баш тартҡан ташыусылар хәҙер үҙҙәре уға ҡушылыу өсөн ғаризалар яҙа.
Виктор Жульков фекеренсә, контроль саралары пассажирҙар ташыу баҙарына ыңғай йоғонто яһай, тик килемдәрен йәшереүселәр һәм пассажирҙарға касса чектарын бирмәй ҡулаҡса менән иҫәпләшергә мәжбүр иткәндәр өлөшө лә бар.
– Был тәрбиә эше булһа ла, кем аңламай – штрафтар һалығыҙ. Беҙҙә был тармаҡта тәртип булырға тейеш, – тине Радий Хәбиров.
Капиталь ремонт тармағында тәртип кәрәк
Күп фатирлы йорттарҙа башҡарылған капиталь ремонттар нисек ойошторолған? Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт башҡарыу буйынса төбәк операторының генераль директоры Павел Сафонов белдереүенсә, республиканың капиталь ремонт программаһы утыҙ йылға иҫәпләнгән. Был ваҡыт эсендә 17018 йорт ремонтланырға тейеш. Ете йыл эсендә ете меңдән ашыу күп фатирлы йортта был эш башҡарылды. Быйылғы пландар буйынса 907 йорт капиталь ремонтланырға тейеш.
Радий Хәбиров Павел Сафоновтың сығышы менән ҡәнәғәт булманы һәм шелтә яһаны.
Радий Хәбиров белдереүенсә, иң күп ялыуҙар “Стройресурс” компанияһы эшмәкәрлегенә ҡарата килгән. Билдәле булыуынса, былтыр был подряд ойошмаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында ҡыйыҡтарҙы капиталь ремонтлау буйынса тендерҙа еңеп сыҡҡан. Тик үҙҙәренең эшселәре һәм техникаһы булмау арҡаһында был эштәргә ярҙамсы подрядсыларҙы йәлеп итмәксе булған. Әммә бер ойошма ла уларҙың эшен алмаған.
– Был компания етәкселәре түбән квалификациялы эшсе көсөн йыйған, ә ҡыйыҡ ремонтлауҙы тәжрибәле, профессиональ эшселәр башҡарырға тейеш. Улар эштәрҙе ваҡытында башҡарырбыҙ тип йәй көнө 11 йорттоң ҡыйығын асҡан. Ә эшселәр һаны 15 кенә булған һәм даими рәүештә бер объекттан икенсеһенә күсеп йөрөгән. Һуңғараҡ ямғырҙар башлана, ә был йорттар ҡыйыҡтары асыҡ килеш ҡала. Һөҙөмтәлә 130 фатирға һыу инә һәм зыян күрә. Ҡыйыҡты октябрь аҙағы – декабргә тиклем ремонтлайҙар. Ул ғына түгел, эштәр ваҡытында тупаҫ хаталар ебәрелә, – тип әрләне уларҙы Радий Хәбиров.
Дөйөм алғанда, был компания 195 фатирға матди зыян килтергән. 31 фатир уларҙан әле һаман компенсация ала алмай.
Был осраҡта шуныһы ҡыҙыҡ, “Стройресурс” компанияһы 2021 йылда йәнә ҡыйыҡ ремонтлау буйынса тендерҙа ота. Улар быйыл 800 миллион һумлыҡ объект алған.
– Һеҙ унда нимә эшләйһегеҙ ул? Был турала мин алдараҡ ишетеп ҡалһаммы... Ни өсөн миңә ваҡытында әйтелмәне? – тип ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе Радий Фәрит улы.
Стәрлетамаҡта “Стандартстрой” компанияһы ла халыҡҡа зыян килтергән. Улар “Стройресурс” менән берлектә бер йорттоң ҡыйығын һүтеп ташлаған да “онотҡан”. Был йорт ай ярымдан ашыу ваҡыт ҡыйыҡһыҙ килеш ултырған. Ҡойма ямғырҙар арҡаһында тиҫтәләгән фатир һыуға батҡан. Ошо ваҡыт эсендә эшселәрҙең дүрт бригадаһы алмашынған.
– Стәрлетамаҡтағы был хәлдәр – мәғәнәһеҙлек һәм яуапһыҙлыҡ миҫалы. Конкурс сараларын ойоштороу системаһы һөҙөмтәһеҙлеген күрһәтте. Һәр ҡала һәм районда булған урындағы төҙөлөш бригадалары унда ҡатнашмай тиерлек. Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты тәжрибәле эшселәре һәм кәрәкле техникаһы булған компаниялар башҡарырға тейеш. Йыл һайын капиталь ремонт өсөн өс миллиард һум самаһы аҡса йыйыла, был халыҡтың үҙ аҡсаһы, – тине ул.
Радий Фәрит улы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа был өлкәлә тәртип булдырыу өсөн тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был эштә муниципалитет башлыҡтары ла әүҙем булырға тейеш. Ә намыҫһыҙ подрядсыларҙы “ҡара” исемлеккә индерергә кәрәк.