«Фольклориадала ҡатнашыусылар өсөн Роспотребнадзор менән берлектә Өфө аэропортында коронавирус инфекцияһына тест үткәреү өсөн экспресс-лабораториялар ойошторорға уйлайбыҙ, – тине Башҡортостан Республика Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары. – ПЦР-тестар кәрәк, сөнки килгән көндә уларҙың күпселегенең осошҡа тиклем 72 сәғәт эсендә эшләнгән белешмәләре ғәмәлдән сыға. Уларҙы Өфөлә эшләү зарур, сөнки беҙҙә дауаханаға һалыу һәм карантинға урынлаштырыу бригадалары әҙер тора».