Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
7 Апреля 2021, 11:30

Республиканың 1109 мәктәбендә заманса компьютер кластары булдырыла

2021 йылда Башҡортостандың 316 мәктәбе юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыла (мәғлүмәттәр тапшырыу тиҙлеге ҡала ерендә – 100 Мбит/с; ауылда – 50 Мбит/с).

«Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр ғинуарҙа беҙҙең Президент Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда «Уңайлы интернет» проекты менән таныштырҙы. Беҙ ҙә ошо проектҡа ҡушылдыҡ һәм бөтә мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтырырға, 2023 йылға 1109 мәктәптә заманса компьютер кластары булдырырға хәл иттек. Тормош шул тиклем алға китте, интернетһыҙ бер нисек тә булмай. Курстар, семинарҙар, практикумдар, ә пандемияла – дәрестәр. Һанлы трансформация ваҡыты етте. Ике йыл эсендә генә беҙ 640 мәктәпте интернетҡа тоташтырҙыҡ», — тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Мәктәптәр һаны буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә дүртенсе урынды биләй, ә беҙҙә улар – 1873.
Башинформ.
Читайте нас