Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Апрель 2021, 05:00

Йыһан киңлегендә... Стәрлетамаҡ

Әлбиттә, ҡасандыр нәҡ беҙҙең ҡаланан Гагарин Йыһанға осҡан, тип әйтеп булмай. Уның ҡарауы космонавтика менән бәйле күренештәр Стәрлетамаҡта аҙ түгел.Беренсенән, өлкәнерәк быуын хәтерләйҙер, бынан утыҙ бер йыл элек беҙгә Йыһандан “сәләм” килде. Шулай итеп, 1990 йыл, 17 май... Ҡаланан көнбайышта 20 километр алыҫтараҡ 23.20 сәғәттә 300 кг ауырлыҡтағы тимер метеорит килеп төштө. Хатта уны сит ил планеталары вәкилдәре килде тип, кемдер мәрәкәләп, кемдер ысынға алып һөйләп йөрөнө. Хәйер, заманаһы шул ине, халыҡ күптән төрлө сенсацияларға, мөғжизәле күренештәргә һыуһағайны...Шулай ҙа, космонавтика, ҡалабыҙ менән күберәге сәнәғәт, етештереү һәм фән аша бәйле. Уйлай китһәк, төрлө деталдәрҙән алып, сода, балға тиклем космонавтарға кәрәкле ризыҡтар нәҡ беҙҙә етештерелә бит.

Ә бына фәнгә килгәндә, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында был йүнәлештә эш алып барған айырым уҡытыусылар, ғалимдар һәм түңәрәктәр ҙә бар. Һеҙ һүрәттә күргән математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетының бер төркөм студенттары еткәселәре Ләйсән Цыганкова (һулдан беренсе) менән берлектә астрономия менән етди шөғөлләнә. Юҡ-юҡта кескәй генә булһа ла асыштар ҙа булғылайҙыр. Күҙҙәре янып торған был егеттәр-ҡыҙҙар киләсәктә Кешелек өсөн мөһим асыш яһамаҫ тимә! Әйткәндәй, факультет менән Төньяҡ Бенгаль университеты профессоры Камал Нанди ҙа әүҙем хеҙмәттәшлек алып бара. “Ҡара нөктә”, “ҡара материя”... башҡаларға фантастика булып тойолған ниндәй генә һорауҙар күтәрмәй ғалимдар.
Әммә, теләк бер, йәштәрҙе дәртләндерергә лә кәрәк бит әле. Ошо факультетта уҡ әлеге йүнәлеш буйынса эш алып барған доцент, физика-математика фәндәре кандидаты Александр Потапов билдәләүенсә, Рәсәйҙә Йыһанды өйрәнеү өсөн иғтибарҙы арттырыу зарур, күберәк гранттар бүленһә, махсус үҙәктәр төҙөлһә, космонавтика күпкә алға китәсәк.

– Бөгөнгө көндә, әлбиттә, яман шеш менән көрәш, экология һәм башҡа донъяуи мәсьәләләрҙе тәү сиратта өйрәнеү мөһим, әммә шул уҡ ваҡытта беҙ Йыһанға ла күберәк иғтибар бирһәк, киләсәктә ошо бөтә һорауҙарға бер юлы яуап табырлыҡ асыштар яһай алыр инек, – ти Александр Анатольевич.

...Иртән сыҡтыҡ, кораблде тоҡандырҙыҡ та остоҡ ти эшкә! Икенсе планетаға! Эштән ҡайтышлай, тағы бер планетаға туғандарға ҡунаҡҡа ла инеп сыҡтыҡ ти... Йыһан киңлегендә бөтә нәмә лә өйрәнелеп бөткән дә һымаҡ, шул уҡ ваҡытта асылаһы серҙәрҙең дә иге-сиге юҡтыр. Әлеге әйтелгәндәр ҙә, бәлки, кинолағы һымаҡ, фантастика булып ҡалыр, ә бәлки... уныһы инде кешеләрҙән тора, фәндең ялынан ни тиклем нығыраҡ тотоп сабыуынан тора! Бәлки Йыһан киңлегендә Стәрлетамаҡтың дә әйтер һүҙе булыр әле. Һәр хәлдә, ана бит, өмөтлө йәштәр бар!..
Читайте нас