Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Апрель 2021, 13:50
Өфөлә Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы була
16 апрелдә киске сәғәт 5-тә Салауат Юлаев майҙанында Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналған Ритайым Party байрамы була.
Байрам программаһында – Өфө артистарының һәм ижади коллективтарының сығышы, уйын-көлкө, тамашасылар ҙа концертта әүҙем ҡатнашырға мөмкин.
«Сараның күп йыллыҡ тарихы бар, совет осоронда «пятачок» бик популяр ине, унда йыр-моң, төрлө уйындар гөрләп торҙо. Һеҙҙе халыҡ байрамында көтөп ҡалабыҙ», — ти ойоштороусылар.
2020 йылдан республикала Милли кейем көнө Радий Хәбировтың указына ярашлы уҙғарыла. Республика халыҡтарының милли кейеме көндәре йылына ике тапҡыр: апрелдең — өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғарыла.
Ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәте.
Социаль селтәрҙә лә Милли кейем көнөнә бағышланған
акциялар үткәрелә.
Башинформ.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"