Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
14 Апрель 2021, 08:10

Республиканың йәмәғәт ойошмалары ниндәй ярҙам аласаҡ

2021 йылда Башҡортостандың йәмәғәт ойошмалары ниндәй ярҙам аласағы билдәле булды.

Республика хөкүмәтенең 12 апрелдәге бойороғо менән 2021 йылда дәүләт субсидияһына дәғүә иткән конкурс еңеүселәренең – йәмәғәт ойошмаларының исемлеге раҫланды. Аҡса мәҙәниәт һәм сәнғәт, милли, дәүләт-конфессия һәм ижтимағи-сәйәси мөнәсәбәттәр өлкәһендә йәмғиәткә файҙалы программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына яҡынса 14 миллион һум бүленә. Яҙыусылар союзы – 2 миллион, Башҡортостан Республикаһы Халыҡтары ассамблеяһы — 1 миллион, Композиторҙар союзы — 700 мең, Рустар соборы һәм Татарҙарҙың милли-мәҙәни автономияһы — 600 мең һум, Кинематографистар союзы — 500 мең, Рәссамдарҙың ижади союзы — 350 мең, Рәсәйҙең хәрби-тарихи ойошмаһы — 200 мең, «Рухи матурлыҡ» үҙәге — 200 мең, Сыуаш мәҙәниәте ойошмаһы 100 мең һум алырға тейеш.
Дәүләт ярҙамының дөйөм суммаһы – 20 миллион һумдан ашыу.
Башинформ.
Фото яндекс.
Читайте нас