Алан Марзаев 1973 йылдың 14 майында Төньяҡ Осетия – Аланияның Ардон ҡалаһында тыуған. Горск дәүләт аграр университетын, Хоҡуҡ һәм идара итеү академияһын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1994 йылда Төньяҡ Осетия – Алания Республикаһының Дәүләт һалым инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы булып башлай.
Төрлө йылдарҙа Рәсәй Һалымдар һәм йыйымдар министрлығының Төньяҡ Осетия – Аланиялағы Дигора районы буйынса инспекцияһы етәксеһе, Федераль һалым хеҙмәтенең Владикавказ буйынса 2-се район-ара инспекцияһы начальнигы урынбаҫары, Мәскәү өлкәһенең Чехов районы хакимиәтендә контроль-ревизия идаралығы начальнигы, Рәсәй Президенты идаралығының Федераль Йыйылыш һәм сәйәси партиялар менән үҙ-ара эш итеү департаменты кәңәшсеһе, Финанс университетында кафедра доценты, Федераль һалым хеҙмәтенең Мәскәү өлкәһе буйынса 18-се район-ара инспекцияһы начальнигы, Домодедово ҡалаһы буйынса инспекция начальнигы була.
2019 йылда – Башҡортостан Республикаһы Башлығы ярҙамсыһы.
2019-2020 йылдарҙа – республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе.
2020 йылда – Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе.
2020-2021 йылдарҙа – Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министры.