Унда үҙешмәкәр һәм профессиональ солистар, ҡурайсылар ансамблдәре ҡатнаша ала. Ҡатнашыусыларҙың башҡарыу оҫталағы өс йәш категорияһындла баһалана. 12 йәшкә тиклемгеләр, 12-16 йәшлектәр һәм 16 йәштән өлкәндәр.
28-29 майҙа иһә Яңауылда Фәтих Ихсанов исемендәге «Моңға бай гармун байрамы» республика конкурсы ойошторола. Сара инструменталь башҡарыу традицияларын, гармунда һәм башҡа уйын ҡоралдарында уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм үҫтереү, ижади ҡарашлы йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуын арттырыу маҡсатында уҙғарыла.