Автомобилдең алғы тәҙрәһенең яҡтылыҡ үткәреүсәнлеге 75 проценттан, ә алғы ҡабырға тәҙрәләр – 70 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Ошондай дәүләт стандартына тура килмәгән тәҙрәле автомобиль хужаларына административ штраф һалына, ул 500 һум тәшкил итә.