Законда автомобиль хужаларының айырым категорияларына транспорт һалымы буйынса льготалар индерелгән йәки оҙайтылған. Атап әйткәндә, күп балалы ғаиләләр өсөн двигатель ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем ат көсөнә эйә булған автомобилдәргә транспорт һалымы 50% кәметелгән. Ҡеүәте 150 ат көсөнә тиклемге автомобилдәр өсөн ишле ғаиләләр транспорт һалымы түләмәй.
Газ-мотор яғыулығында эшләгән автомобиль хужалары өсөн транспорт һалымы буйынса льгота тағы өс йылға оҙайтыла.
«Физик берәмектәр – газда йөрөгән автомобиль хужалары, газ-мотор яғыулығында эшләгән йөк машиналары булған ойошмалар, шулай уҡ газда йөрөгән автобустар менән даими маршруттарҙа пассажирҙар һәм багаж ташыу менән шөғөлләнгән ойошмалар транспорт һалымы суммаһынан 50% түләй, – тине парламент спикеры Константин Толкачев. – Өҫтөнлөктәр 2021-2023 йылдарға билдәләнә».
Уның һүҙҙәренсә, ишле ғаиләләр өсөн льготалар социаль ярҙам сараһы булып тора, ә газда эшләгән автомобиль хужалары өсөн льгота республика автотранспортын экологик яғыулыҡҡа әүҙемерәк күсереүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
«Экологик яғыулыҡҡа күсеү – донъя тенденцияһы, – тип билдәләне Константин Толкачев. – Быны аңлатырға мөмкин: донъяла газ запасы күп, уның хаҡы күпкә түбәнерәк, ә газда эшләгән автомобилдәр бүлеп сығарған зарарлы матдәләр аҙыраҡ. Газ-мотор яғыулығындағы автопарктың өлөшөн арттырыу республикалағы экологик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирер ине».
Закон рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә һәм 2021 йылдың 1 ғинуарынан һуң барлыҡҡа килгән хоҡуҡ мөнәсәбәттәренә ҡағыла.