Бүленгән биләмәлә археологик фондһаҡлағыс менән асыҡ һауала «Атайсал — ата-бабалар ере» архитектура-этнография музейын асыу күҙаллана. Асыҡ һауала башҡорт халҡының тарихи-мәҙәни мираҫын тәшкил иткән архитектура һәйкәлдәре урынлаштырыла тип билдәләнә, был иһә объектты республиканың туристик маршруттарына индерергә мөмкинлек бирергә тейеш. Урман-парк зонаһын ҡала һәм республика кимәлендәге мәҙәни сараларҙы ойоштороу өсөн файҙаланыу ниәте бар.