Республиканың 13 районында һуң сәселә торған культураларҙың береһен – ҡарабойҙай сәсеүгә төштөләр, 17 майға ул 3,3 мең гектарҙа (6%) сәселгән.
17 майға яҙғы культуралар иң күп сәселгән майҙандар Илеш районында – 68 мең гектар, йәки бөтә күләмдән – 92 процент. Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтары 66 мең гектар сәскән (84 һәм 73 процент).