Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло

Бөгөн Башҡортостанда 50 меңдән ашыу уҡыусы өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраны

Балаларҙың 42 меңе 9-сы, 18 меңдән ашыуы 11-се синыфты тамамлай. Был тантана йылдағыса тулҡынландырғыс ваҡиғаларға бай, тик быйыл коронавирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелгән. Һуңғы ҡыңғырау байрамын мотлаҡ рәүештә асыҡ һауа аҫтында һәм хәүефһеҙлек талаптарын күҙ уңында тотоп ойоштороу талап ителә.

Коронавирусҡа бәйле башҡа үҙгәрештәр ҙә бар. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандарын уҡыу йорттарына ингәндәр генә тапшыра. Башҡаларға аттестат алыу өсөн рус теле һәм математиканан сығарылыш һынауҙарын биреү ҙә етә.
Быйылғы һуңғы ҡыңғырау тантанаһы ойоштороу үҙенсәлектәре буйынса башҡа йылдарҙан айырыла, короновирус пандемияһы менән бәйле сикләүҙәр индерелгән. Әммә был уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың күңел торошонда, кәйефендә сағылмай. Уларҙың һәр береһе өсөн бөгөн тулҡынландырғыс ваҡиға, һуңғы ҡыңғырау сыңы балаларҙы оло, үҙаллы тормош юлына оҙата, ә педагогтар ун бер йыл дауамында өйрәнгән класстарын үҙ ҡанаты аҫтынан донъя киңлектәренә осора.
Читайте нас