Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

Республиканың иң яҡшы тиҙ ярҙам фельдшеры асыҡланды

Ул республика тиҙ медицина ярҙамы станцияһының Дим районы бүлеге фельдшеры Тимур Юнысов. Республика профсоюздары йортонда «Иң яҡшы тиҙ ярҙам фельдшеры конкурсы финалистры тәбрикләнде.

Конкурс Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Республика профсоюздары ойошмаһы менән берлектә үткәрелә. 1297 белгес ҡатнашҡан, уларҙың 27 финалға үткән һәм алтыһы еңеп сыҡҡан. Өс турҙан торған һөнәри ярышта фельдшерҙар тест һорауҙарына яуап биреү, практик күнекмәләр, реанимацион манипуляция буйынса көс һынашҡан.
Тантанала шулай уҡ былтыр Бөтә Рәсәй кимәлендә иң яҡшы шәфҡәт туташы исеменә лайыҡ булған Гөлфиә Әхмәтова ла бүләкләнде. Пандемия ваҡытында конкурс онлайн үткәрелгән, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Читайте нас