Сикләүҙәр уҙған йылда уҡ булдырылды, бына хәҙер уларҙы үтәмәгән өсөн штраф индерелде, тип хәбәр итте республика парламентының матбуғат хеҙмәте.
Граждандарға – 3 000-4 000 һум; вазифалы кешеләргә – 30 000-40 000 һум; юридик шәхестәргә – 150 000-200 000 һум. Законды ҡабаттан боҙған өсөн штраф түбәндәгесә: граждандарға – дүрт меңдән биш мең һумға тиклем; вазифалы кешеләргә – ҡырҡ меңдән илле мең һумғаса; юридик шәхестәргә – ике йөҙ меңдән ике йөҙ илле мең һумға тиклем.
Энергетиктарҙы һатыуҙы сикләү уның балалар организмына кире тәьҫир итеүе менән бәйле.
«Аҙ миҡдарҙағы энергетиктарҙың зыяны юҡ, ләкин төп проблема шунда: ошондай файҙаһыҙ эсемлектәрҙе яратыусылар – һаулыҡ тураһында бик аҙ уйланған үҫмерҙәр, – тип билдәләй парламент спикеры Константин Толкачев. – Магазинда матур алюмин банкаларҙағы энергетиктар һалҡынайтҡыс эсемлектәр эргәһендә тора һәм бер кемде лә һағайтмай. Әгәр бала бер туҡтауһыҙ энергетиктар ҡулланһа, уның сәләмәтлегенә зыян килеүе ихтимал».