Мәғлүм булыуынса, тауыш биреү 26 апрелдә
2.gorodsreda.ru дөйөм Рәсәй платформаһында башланды һәм 30 майға тиклем дауам итә. Граждандарҙан тәҡдимдәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһына ярашлы йыйыла. Дөйөм Рәсәй платформаһына Башҡортостандан 149 объект индерелгән.