Күләмле сара Рәсәйҙә тәүге тапҡыр уҙғарыла. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан ҡабул итә. Ойоштороусылар барлығы 50 сит илдең рәсми делегацияһын көтә. Мәҙәниәт олимпиадаһы тип тә йөрөтөлгән халыҡ-ара фольклориада былтыр үтергә тейеш ине, әммә пандемия сәбәпле кисектерелде. Фольклориада 3 июлдә «Өфө Арена» боҙ һарайында асыла, тип хәбәр итә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.