Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаған. 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле указға ҡул ҡуйған.
Фестиваль рсепубликала йылҡысылыҡты, ҡымыҙ бешеү йолаһын, халыҡ кәсептәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу һәм популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә.
Башҡортостан Хөкүмәтенә 2021 йылдың 1 июненә тиклем республика хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов етәкселегендә фестивалдең ойоштороу комитеты составын, фестивалгә әҙерләнеү һәм уны уҙғарыу планын раҫлау бурысы йөкмәтелгән.
Баймаҡ районы хакимиәтенә ойоштороу комитетына фестивалгә әҙерләнеүҙә һәм уны үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән, тип хәбәр яҙа Башинформ.