Балалар 9, 11 йыл эсендә үҙҙәренең икенсе йортона әйләнгән ояны ҡалдырып, дәрестәр менән хушлашты. Һәр кем дә үҙенең һуңғы ҡыңғырау сыңын хәтерләйҙер, был моң яңы тормош, яңы мөхиткә башланғыс ҡына булып тора.
Быны сығарылыш уҡыусылары үҙҙәре лә аңлай, элеккесә каникул тип ял итеп ятырға ваҡыт юҡ. Алда – имтихандар, артабан һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу йорттарына табан һуҡмаҡ ярыу. Иң мөһиме, уҡыусылар үҙҙәренең хыялдарын тормошҡа ашырһын, ата-әсәләренең өмөттәрен аҡлаһын, уҡытыусылары өйрәткән фәһемде дөрөҫ ҡулланһын. Мәктәбенә күрә маҡсаттар ҙа төрлө: кемдер спортҡа ынтыла, кемдер ғәскәри хеҙмәт сафтарында хеҙмәт итергә, ә кемдәрҙер ҙур ҡалаларҙа белемен камиллаштырырға теләй, үҙебеҙҙә ҡалыусылар ҙа күп.
Стәрлетамаҡта тик егеттәр генә уҡыған данлыҡлы 3-сө башҡорт лицей-интернаты сығарылыш класы уҡыусылары иһә күптән инде уҡыу йорттарын һайлап алған һәм икеләнгәндәрҙән түгел. Был турала һуңғы ҡыңғырау барышында уҡыусыларҙың остаздары, тәрбиәселәре, класс етәкселәре лә һөйләп үтте.
– Беҙҙең өсөн һәр сығарылыш уҡыусылары ҡәҙерле, яҡын. Әммә һеҙҙең менән ниндәйҙер нескә генә еп бәйләп тора. Сөнки күп эштәрҙе бергәләп башланыҡ, башҡарҙыҡ, бында олимпиадалар, робототехника, төрлө тикшеренеү эштәре, ғөмүмән, лицей тормошо инә. Һеҙ – ысын йондоҙло сығарылыш уҡыусылары, һәр берегеҙҙең үҙ һәләте бар. Әле ҙурайып, ныҡлы баҫып тороуығыҙ, педагогик коллективтың ҙур эш һөҙөмтәһе булып тора. Башланғыстарығыҙҙы хуплайбыҙ, уңышлы имтихандар тапшырыуығыҙҙы теләйем, – тине 3-сө башҡорт лицей-интернаты директоры Гөлшат Әүхәҙи ҡыҙы Әхмәтова.
Быйыл лицейҙы 43 сығарылыш уҡыусыһы тамамлай, уларҙың һәр береһе тиерлек конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеүҙәр, призлы урындар яулаған. Химия, биология, рус әҙәбиәте, рус теле, информатика,география, биология, иҡтисад, башҡорт теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп олимпиадаларында ҡатнашып, муниципаль, республика һәм Рәсәй кимәлендә еңеүҙәргә өлгәшкән.
Был егеттәр Жәлил Кейекбаев, Зәки Вәлиди, Йөрәктау уҡыуҙарында үҙҙәренең фәнни-ғәмәли эштәре менән сығыш яһап, альтернатив олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа ҡатнашып, Сочи ҡалаһында “Сириус” уҡыу үҙәгендә булып, лицей исемен яҡлай. Хәҙер барыһы ла артта ҡалды, хатта һуңғы ҡыңғырау ҙа. Сығарылыш уҡыусыларына берҙәм имтихандар тулҡынына сумырға кәрәк, уларҙан, һәр йылдағыса, юғары һөҙөмтәләр көтөп ҡалабыҙ.