Бының өсөн 13 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителә. Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтелгәндәрҙе лә иғтибарға алды. 2023 йылғаса йортҡа тиклем газ торбаһы һуҙыу халыҡҡа бушлай булырға тейеш. “Беҙҙең республикала айырым төркөмгә ингән граждандарға газ үткәреүҙә субсидия бирелә. Киләсәктә ике программаны берләштереү өҫтөндә эшләйбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.