Республика райондарында һабантуйҙар Башҡортостан Башлығының тейешле указы менән раҫланған график буйынса ойошторола. Ойоштороусылар тораҡ пункттарҙың асыҡ майҙансыҡтарында дезинфекция сараларын үткәреү, сауҙа предприятиеларында коронавирусты иҫкәртеү тәҡдимдәрен һәм Роспотребнадзор идаралығының башҡа талаптарын үтәргә бурыслы.
Һабантуй майҙанын халыҡтың социаль аралыҡты үтәү мөмкинлеген иҫәпкә алып һайларға кәрәк. Ойоштороусылар шулай уҡ ҡатнашыусыларҙың битлектә булыуын контролдә тоторға, термометрия һәм дезинфекция үткәрергә, ҡулдарҙы таҙартыу өсөн шарттар булдырырға тейеш, тип яҙа Башинформ.