Шулай уҡ паркта Сахалиндан Брест ҡалаһына тиклем «Еңеү» эстафетаһы флагы тапшырылды. Бөтә Рәсәй Сик буйы һаҡсылары берләшмәһенең илһөйәрлек акцияһы 9 майҙа Корсаков ҡалаһында башланды. Өфөнән һуң флаг Ҡазанға юллана. Эстафета 21 июндә Бреста тамамлана. Флаг герой-ҡалала Брест ҡәлғәһе музейына тапшырыла.