Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

«Орлан» поезына ихтыяж ҙур

12 июндән Стәрлетамаҡ аша йөрөүсе тиҙ йөрөшлө «Орлан» поезына йәнә бер рейс өҫтәлә.

Өфө менән Күмертау араһында пассажирҙарҙы йөрөтөү ихтыяжын иҫәпкә алып, «Орлан» ҡала яны поезы йөрөүҙә көндәлек расписаниеға йәнә бер рейс өҫтәлә.
Тиҙ йөрөшлө «Орлан» поезы беренсе тапҡыр был маршрут буйынса 2021 йылдың 2 апреленән йөрөй башлағайны. Расписание пассажирҙар уҡыу йәки эш көнө башланғансы Өфөгә килеп өлгөрөргә яйлы булһын өсөн төҙөлгәйне. Башҡаланан киренән Күмертауға ул кискеһен ҡуҙғала. «Орлан»дың расписаниеһы, пассажирҙар Өфөлә бер поездан төшөп икенсеһенә күсеп ултырғанда (пересадка ваҡытында) оҙаҡ көтөп тормаҫ өсөн, алыҫҡа йөрөй торған поездарҙыҡы менән тоташа.
«Орлан» поезының өҫтәмә рейсы пассажирҙарға Өфөнән Күмертауға иртән иртүк ҡуҙғалыу һәм кискеһен киренән баш ҡалаға әйләнеп ҡайтыу өсөн бирелә. Ике ай ваҡыт эсендә был маршрут республикала ихтыяж менән ҡулланылыуын күрһәтте: тиҙ йөрөшлө поезд менән 6000-дән ашыу пассажир файҙаланған. Яңы «Орлан»да юл йөрөү ваҡыты - 3 сәғәт тә 50 минут, йәғни автотранспорт йәки автобус менән сағыштырғанда өстән бергә ҡыҫҡараҡ.
Билетты ҡала яны кассаларында һәм терминалдарҙа, һәм шулай уҡ «БППК» АЙ сайтында «РЖД Пассажирам» һәм «Пригород» мобиль ҡушымталары ярҙамында алырға була. Бөтә федераль һәм төбәк ташламалары булдырылған, шул иҫәптән уҡыусылар һәм студенттар өсөн дә.
Р.УСМАНОВА.

Читайте нас