Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло

Республикала мал аҙығы әҙерләү башланды

Башҡортостанда мал аҙығы әҙерләү ғәҙәттәгенән ике аҙнаға алдараҡ башланды. Май айының аномаль эҫе тороуы культураларҙың иртә өлгөрөүенә килтерҙе.

Республика ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренәс, йәшел масса аҙ ғына сыҡһа ла, үләнде саба башларға кәрәк. Кәзә үләне, люцерна һәм башҡа үләндәр сәскәләнә, тимәк, туҡлыҡлы үҙенсәлектәре юғала башлай. Беренсе сабымға ни тиклем иртәрәк төшһәң, икенсеһенә шунса тиҙерәк иҫәп тоторға мөмкин, яҡшы шарттарҙа ул бик күп булыуы ихтимал.
Бесән башланыр алдынан райондарҙа мал аҙығы әҙерләү буйынса семинарҙар уҙғарыла, унда яңы техника һәм технологиялар күрһәтелә, тип иҫкә төшөрҙөлә ведомствола.
Башинформ.
Читайте нас