Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Июнь 2021, 14:05

Питер форумында Башҡортостан үҙенең инвестиция потенциалын күрһәтергә әҙер

Петербургтағы халыҡ-ара иҡтисади форум – Башҡортостанға үҙенең инвестиция потенциалын күрһәтергә әҙер булыуын билдәләүсе абруйлы майҙансыҡ, тип белдерҙе журналистарға респубика премьер-министрының беренсе урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Уның һүҙҙәренсә, проекттар барлыҡ өлкәләргә лә ҡағыла. Төбәк стендында иң төп мөһиме булып авиация-сәнәғәт кластеры экспозицияһы тора, шулай уҡ һанлаштырыуға ла ҙур акцент яһала.
«Форумда инвесторҙар менән әүҙем аралашыу бара, бында традиция буйынса донъяның һәм Рәсәйҙең бөтә эре компаниялары йыйыла. Былтыр ковид сикләүҙәре арҡаһында форум булманы, хәҙер ҡыуып етергә тырышабыҙ һәм артабан әүҙемерәк эшләйәсәкбеҙ», - тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан стенды ете функциональ объекттан тора. «Республика менән идара итеү үҙәге» зонаһы экрандар һәм touch-панель менән футуристик стилдә башҡарылды.
Төбәктең авиация кластеры «ОДК- Өфө моторҙар төҙөү производство берләшмәһе» (берләштерелгән двигателдәр төҙөү корпорацияһы) акционерҙар йәмғиәте, «Геоскан» компаниялар төркөмө һәм «Күмертау авиация производство предприятиеһы» (КүмАПП) экспозицияһы менән күрһәтелде. Был зонала К-32 вертолеты, ике звенолы сылбырлы тәгәрмәсле ДТ-30ПМ транспортеры, «Геоскан Gemini» квадрокоптеры, «Геоскан-201» пилотһыҙ самолеты һәм пилотһыҙ IDS-5 авиация комплексы макеттары урынлашҡайны.
Башҡортостандың туристик йүнәлештәге үҫеше данлыҡлы башҡорт мәмерйәһе «Шүлгән-Таш» рәүешендә күрһәтелеп, һөйләшеү бүлмәһе дизайны һәм шулай уҡ республиканың тәбиғи ресурстар картаһы стенды аша асып бирелде. Стендта ҡунаҡтарҙың эшлекле аралашыу зонаһында үлән сәйе һәм «Башспирт» компанияһының яңы продукцияһы менән һыйларға уйлайҙар.
Ә башҡорт йолалары зонаһында башҡорт солоҡ балы менән һыйланып ҡына ҡалмай, уны нисек алыуҙары тураһында нәҫелдән килгән етенсе быуын солоҡсоһо Әнүр Вәхитовтың һөйләгәндәрен күрергә һәм ишетергә була. Стендта ҡорттарҙың тәбиғи йәшәү урынына оҡшатып яһалған түмәр умарта (солоҡ) урынлашҡан.
Р.ЗАМАНОВА.
Читайте нас