Оператив кәңәшмәлә «Йәшел Башҡортостан» акцияһы, подъездарҙы, ихаталарҙы ремонтлау хаҡында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров ерекмәгән йәки ҡороған ағастар урынына яңыларын ултыртыу бурысын ҡуйҙы. Ә бына төҙөкләндереү эштәренә килгәндә, обьекттарҙы тикшереп ҡабул итеү мотлаҡ. Намыҫһыҙ подрядсылар етешһеҙлектәрҙе үҙ иҫәбенә төҙәтергә тейеш, тине Республика башлығы, тип хәбәр итә Баш ньюс.