Тауарға өҫтәмә хаҡты республикала ҡалдырыу өсөн етештерелгән сеймалдың үҙебеҙҙә эшкәртелеүе мөһим. Тәрән эшкәртеп ситкә сығарған һайын сеймалға ла ихтыяж артасаҡ. Әгәр эшкәртмәйенсә сеймал етештереү менән генә сикләнһәк хаҡтар түбәнәйәсәк һәм нимә менәндер шөғөлләнеү иҡтисади яҡтан аҡланмай.