– Йәмғеһе республикаға ун троллейбус бүленде. Шуларҙың береһе һеҙгә, стәрлетамаҡтарға килде. Артабан һеҙгә был троллейбуста имен генә йөрөргә яҙһын! – тип мөрәжәғәт итте Рәйеф Рамазан улы.
Әйткәндәй, әлеге “Горажанин” исемле троллейбус үҙебеҙҙә – Башҡортостанда етештерелгән. Уны Минск автомобилдәр заводы менән берлектә Өфө трамвай-троллейбус заводы эшләгән. Транспорттың башҡаларҙан айырмаһы ла бар – ул электр сымына тоташмайынса ла 20 километр аралыҡтағы юлды үтә ала. Инвалидтарға уңайлы булһын өсөн иҙәнен тәпәш итеп эшләгәндәр, салоны киң һәм тулыһынса хәүефһеҙлек булдырылып, техника эстән дә, тыштан да күҙәтеү камералары менән тәьмин ителгән.
Стәрлетамаҡ троллейбус идаралағы начальнигы Леонид Конев белдереүенсә, бындай троллейбустар бигерәк тә линияла ток юғалғанда, шулай уҡ тығын ваҡыттарында (быға тиклем троллейбустар, мәҫәлән, аварияларҙы урап үтә алмай ине) уңайлы транспорт булып ҡала. Пассажирҙарға электр биргәндәрен дә, тығындар бөткәнен дә көтөп ултырырға тура килмәйсәк. Стәрлетамаҡ урамдарына идаралыҡтан көн дә 70 троллейбус һәм 35 автобус маршрутҡа сыға, яңы техниканың да тиҙерәк улар сафына баҫыуын теләргә ҡала.