«Быға тиклем республиканың Фәндәр академияһын етәкләгән билдәле ғалим Әлфис Ғаязов даими нигеҙҙә Дәүләт Йыйылышының Мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетында эшен дауам итер тип күҙаллана. Уның фәндә, белем биреү системаһында туплаған бай тәжрибәһе юғары белем системаһы реформаһы менән бәйле мәсьәләләргә күберәк иғтибар бүлергә мөмкинлек бирә. Парламентта Әлфис Ғаязов ҡатнашлығында фән буйынса парламент тыңлауҙары планлаштырыла», — тине Константин Толкачев.
Закон сығарыу органы билдәләүенсә, комитеттың башҡа ағзалары эштең профилле участкаларына: мәҙәниәткә, спортҡа, йәштәр сәйәсәтенә иғтибарын йүнәлтергә мөмкин.