Канат етештереүҙе модернизациялау буйынса инвестиция проектына ярашлы әлегә 220 миллион һумға заманса дүрт стан һатып алынған. Ғөмүмән, заводта ошондай 12 ҡорамал ҡуйыласаҡ, был йылына 50 мең тонна продукция эшләп сығарыу, 50-нән ашыу яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирә.
Белорет металлургия комбинаты дөйөм хаҡы 1,5 миллиард һумға баһаланған әлеге проектты 2016 йылда уҡ тормошҡа ашыра башлаған булған. Талап ителгән аҡсаның яртыһын Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фонды биргән заем тәшкил итә. 2023 йылға тиклем проектты тамамлап, ҡорос сым етештереү цехтарын техник яҡтан бик яҡшы итеп яңыртыу, шулай уҡ ҡулланылған һыуҙы таҙартыусы яңы станция ҡороп ултыртыу күҙаллана.
– Башҡортостан Хөкүмәте менән «Мечел»дың берлектәге эше Белорет заводын һаҡлап ҡалыуға ғына түгел, яҡшыраҡ, замансараҡ итеүгә лә йүнәлтелгән. Бында етештереүсәнлек артырға, яңы эш урындары барлыҡҡа килергә, хеҙмәт хаҡы күтәрелергә тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Һуңғы йылдарҙа сәнәғәт предприятиелары өсөн мотлаҡ талап – юғары экологик стандарттарға яуап биреү. Был яҡтан ҡарағанда, яңы ҡоролманың тәбиғәткә зыяны бик аҙ.
«Мечел»дың генераль директоры Олег Коржов комбинатты комплекслы яңыртыу буйынса киң ҡоласлы эштең ыңғай барыуында республика етәкселегенең һәм Рәсәй сәнәғәтен үҫтереү фондының өлөшө ҙур икәнлеген билдәләне.
Аҙаҡ Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм «Мечел» акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Игорь Зюзин үҙ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү, Белорет металлургия комбинатын артабан яңыртыу, кадрҙар менән тәьмин итеү, экологик проекттарҙы тормошҡа ашырыу хаҡында һөйләште.
Әйткәндәй, 2018 йылдың декабрендә лә Башҡортостан Башлығы ошо комбинатҡа килеп, Рәсәйҙә тиңе булмаған канат етештереү линияһын асыуҙа ҡатнашҡайны. “Республикаға етәкселек итә башлағандан бирле ошо предприятиеның киләсәге өсөн борсола, уны нисектер ҡотҡарыу, ҡеүәтләндереү юлдарын эҙләй инек. Бөгөн шуға ла минең кәйефем айырыуса шәп”, тип яҙып сыҡты аҙаҡ Радий Фәрит улы үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.