«Ҡанлы һуғыш бер-береһе менән осраштырған шәфҡәт туташтарының һәм һалдаттарҙың, санитаркаларҙың һәм командирҙарҙың, ауыл егеттәренең һәм ҡала ҡыҙҙарының мөнәсәбәттәре ошо бәләкәй, ләкин беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле китапта сағылыш таба. Ул «Башбланкиздат» менән берлектә бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә донъя күрҙе, нәшер итеүселәргә бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Һуғыш тураһында иҫтәлек мәңгелек, беҙ бер ҡасан да был хаҡта онотмаҫҡа һәм беҙҙең өсөн яуҙа башын һалғандар өсөн ошо хәтерҙе быуындан-быуынға тапшырырға тейешбеҙ», — тип һөйләне «Башинформ»ға «Юлдаш» радиоһының баш мөхәррире Миләүшә Ғәлиева.