Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө өсөнсө баш ҡала итеп билдәләнгән була. Фашистар Мәскәүҙе баҫып алһа, баш ҡаланы Куйбышев һәм артабан Өфөгә күсереү планлаштырыла. “Беҙ ҡалабыҙ менән ғорурланырға, уның тарихын йәш быуынға өйрәтергә бурыслы”, - ти тарихсы Нурислам Ҡалмантаев.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” фильмы бөгөн баш ҡаланың “Родина” кинотеатрында күрһәтелә. Ижади төркөм премьеранан һуң уны интернетҡа урынлаштыра. Картина “Башҡортостан” киностудияһына ҡараған 27 кинотеатр экрандарына ла сығарыла, тип хәбәр итә Баш ньюс.