Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Республика һулышы
24 Июня 2021, 07:30
Өфөлә башҡорттар антропологияһы һәм этник тарихы буйынса ғилми сессия үтте
Халыҡ-ара кимәлдәге сарала Рәсәй төбәктәренән тыш, Венгрия, Белоруссия, Ҡаҙағстан ғалимдары ла ҡатнашты. Һуңғы тапҡыр башҡорт этногенезы проблемалары СССР-ҙың фән берләшмәһе тарафынан ярты быуат элек күтәреләгән. 1969 йылғы ғилми сессияла ҡабул ителгән концепция буйынса йәнә фекер алышыу ойошторолдо.
Археологик тикшеренеүҙәр, тарихи, архив документтарға таянып башҡорт милләтенең барлыҡҡа килеүе, формалашыуы тураһындағы ҡараштарға яңылыҡтар индерелде.
Ғилми сессия сиктәрендә этномәҙәниәт, тел ғилеме, фольклор һәм әҙәбиәткә ҡағылышлы секциялар ҙа эшләне. Башҡорт халыҡ ижадын ентекле өйрәнеү, һаҡлау бурысы ҡуйылды, милләттең рухи климаты, психологияһына ла төп иғтибар йүнәлтелде.
Баш ньюс.
Автор:
IMPORT Сервисный
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"