Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
25 Июнь 2021, 12:50

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы эше секцияларҙа дауам итә.

Беренсе секцияла Башҡортостан ауылдары тарихын өйрәнеү мәсьәләләре буйынса фекер алышалар.

БР Милли архивы бүлек етәксеһе Зөфәр Ғәтиәтуллин ауылдар тарихын өйрәнгәндә ярҙам итерлек фондтар менән таныштырҙы. Рөстәм Ғатауллин форумда ҡатнашыусыларҙы Википедияла әүҙемерәк булырға саҡыра. Уның фекеренсә, был-тыуған төйәкте бар донъяға танытыу өсөн яҡшы ысул. Миҫал өсөн, уның Мәсетле районы тураһындағы мәҡәләһе 23 телгә тәржемә ителгән, һуңғы алты йыл эсендә 50 меңдән ашыу тапҡыр ҡарағандар.
Шулай уҡ, был секцияла Сибай, Нефтекама ҡалалары, Баҡалы, Туймазы, Белорет, Краснокама районындарынан килгән краеведтар тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас