Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
27 Июнь 2021, 10:10

Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы

Яңауылда ҡала көнө уңайынан яңы йәмәғәт биләмәһе сафҡа инде. Проект былтыр Бөтә Рәсәй уңайлы ҡала мөхите конкурсында еңеү яулағайны. Яңыртылған йәмәғәт биләмәһе менән Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин танышты.

Яңы йыл байрамдарында ғына йәнләнгән шыршы майҙансығы тулы мәғәнәһендә йәмәғәт биләмәһенә әйләнгән. Сәнхә, уйын урындары һәм башҡа архитектура өлгөләре уны йыл әйләнәһенә файҙаланырға мөмкинлек бирә. «Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы» проекты Яңауыл ҡалаһы үҙәгенә яңы һулыш өҫтәй.
Яңауыл ҡала статусын ала. Шуға ла йәйҙең йәмле көнөндә үҙәк майҙандарҙа байрам кәйефе. Йәмәғәт биләмәһендәге сәхнәне ижади коллективтар һынап ҡараны. Элек сауҙа рәттәре урынлашҡан урам да төҙөкләндереү про граммаһына ингән. Хәҙер ул йәйәүлеләр өсөн генә асыҡ. Ошонда уҡ урындағы фермерҙарҙың тауарҙары тәҡдим ителгән.
Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡалары тимер юл вокзалынан шыршы майҙанына тиклем һуҙылған йәмәғәт биләмәһе. Уның мөмкинлектәрен Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин баһаланы
Он начался с малого пятачка, обустроили маленький пятачок и в итоге вылилось в полмиллиарда денег, которые мы собрали и смогли не тоьлко вот площадь преобразить, которая стнет я уверен излюбленным местом янаульцев и гостей города, но и целую улицу и привокзальную площадь – это очень здорово
Александр Сидякин, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе
Яңауыл вокзалы майҙаны быға тиклем Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы булып иҫәпләнде. Ҡала көнө уңайынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан тимер юлсыларға 7 метрлыҡ һәйкәл асылды. Александр Сидякин шулай уҡ Некрасов паркын төҙөкләндереү һөҙөмтәләре менән дә танышты. Бында спорт байрамы уҙҙы. Яңауылға «Ҡала мөхите» партия проекты сиктәрендә 14 миллион һум аҡса йәлеп ителде.
Йәш әммә бай тарихлы ҡала. Яңауыл тәүге тапҡыр 1750 йылдарҙағы документтарҙа телгә алына. Ҙур булмаған ауылдан эшселәр ҡасабаһы булып үҫешә. 30 элек ҡала статусын ала. Яңауылда әле 25 меңдән ашыу кеше йәшәй.
https://bash.news
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас