Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
29 Июнь 2021, 09:40

Бөгөн гәзит бөтһә, иртәгә нимә булыр?

...Ҡыш үтә, ҡыш артынан йәй етә, шулай ғүмер үтә тигәндәй, йылына ике тапҡыр гәзиткә яҙылыу мәсьәләһе менән ҡаңғырабыҙ, ҡаңғыртабыҙ.Бына тағы ла бер гәзиткә яҙылыу кампанияһы тамамланыу алдында, инде иртәгә һуңғы квитанциялар тапшырылыр, шифаханаға юллама хужаһы кем булырын тағы бер нисә көндән белә алырһығыҙ.Әммә һүҙем әлегә ул хаҡта түгел.

Билдәле, аяҡтарына икмәк кейеп (эйе, икмәк) урамда йөрөгән блогерҙар, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған ата-бабаларыбыҙға арналған һәйкәл янында шәхси хәжәттәрен үтәгән “тик-токер”ҙар заманында гәзит тиражы кәмей бара. Әммә беҙ, журналистар, “Титаник”тағы теге өс музыкант һымаҡ аҙаҡҡы гәзит алдырыусыға тиклем матур музыка уйнарбыҙ ул, яҡтылыҡты сағылдырған мәҡәләләр яҙырбыҙ: ҡалала милли мөхитте (башҡорт мөхите тураһында ғына әйтмәйем) булдырған сараларҙы яҡтыртырбыҙ. Әммә ошо ҡалала шул уҡ милли мөхиттең бер күренеше булған “Ашҡаҙар” гәзите бөтһә, нимә эшләрбеҙ һуң?! Вәт ошо һорау борсой, бит ул беҙҙең шәхси баҫма түгел дә, ошо ҡаланыҡы, халыҡтыҡы.

Бөгөн гәзит бөтһә, иртәгә нимә булыр? Аяҡтарына икмәк кейеп йөрөгән блогерҙар, уҡытыусыһын яндырырға саҡырған квест-төркөмдәр менән халыҡ яңғыҙы тороп ҡалһа, нимә булыр? Ошо һорауҙар ҙа борсой. Бөгөн гәзит бөтөр, иртәгә театр, филармония, унан гимназия, факультет, китапханаға тотонмаҫтармы... Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында гәзиттән башланған милли мөхит гәзиттән башлап һүнә күрмәһен, тим.
Рәми Ғарипов күрәҙәләгән, Вил Ғүмәров, Рауил Ниғмәтуллин һәм башҡа бихисап шәхестәр йән өргән баҫманың дауамы бармы, йәмәғәт?!

Әлбиттә, дәүләт заказын үтәп, гәзит планы тула ул, әммә эш планда түгел бит. Ҡалала башҡорттар ғына 40 мең! Ә туғандаш халыҡтарҙы ла ҡушһаҡ?.. Ошо тиклем көслө мөхит булып та “Ашҡаҙар” гәзитенең тиражы 1,5 меңгә лә етмәй – бына ҡайҙа ята төп мәсьәлә. Ә беҙ халыҡ иҫәбен алалар тип ҡыуанабыҙ, Фольклориада килә тип шатланабыҙ...

Был минең үтенесем дә, ялбарыуым да, шәхси мәнфәғәтемде ҡайғыртыуым да түгел, ә бары тик милли баҫма яҙмышы тураһында уйланырға саҡырыуым ғына – киләсәктә гәзитебеҙҙең данаһы тағы ла артһын ине. Эйе, кемдер яҙылғандыр үҙенә, әммә арағыҙҙа етәкселәр бар, етәкселәрҙең урынбаҫары, урынбаҫарҙарҙың урынбаҫарҙары, ярҙамсылары, эшҡыуарҙар... Үҙеңдән башҡа тағы ла өс кешегә яҙылғанда ла ҙур эш эшләнәсәк!
...Эйе, бер көн килеп гәзит ябылыр, унан ҡалғандары... Тик... Шул саҡ баяғы аяҡтарына икмәк кейгән, кешеләрҙе яндырырға өндәгән блогерҙар, “лайк”тар һәм “хайп”тарҙан торған төркөмдәр мәғлүмәт таратырмы, уҡытырмы, тамаша күрһәтерме икән?.. Уйлауы ла ҡурҡыныс. Шуға әле уйланайыҡ, йәмәғәт, иртәгә ҡалдырмай!..
Барығыҙға ла иҫәнлек һәм именлек теләп,
“Ашҡаҙар” гәзите баш мөхәррире
Рәмил МАНСУРОВ.
Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас