Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
12 Июль 2021, 10:00

Рәсәйҙә студенттар туризмы программаһы 25 авгусҡа тиклем дауам итә

Рәсәйҙә студенттар туризмы программаһы башлана, уның сиктәрендә юғары уҡыу йорттары студенттары Рәсәй төбәктәре буйлап сәйәхәт итергә һәм университет кампустарында, ятаҡтарында арзан хаҡҡа йәшәргә мөмкин.Программа 15 июлдән 25 авгусҡа тиклем иҫәпләнгән.

Йәшәү хаҡы 35-550 һум була. Әгәр туҡланыу ҙа индерелһә (иртәнге аш йәки иртәнге һәм киске аш), хаҡы бер тәүлеккә – 250- 550 һум, тип хәбәр итте ТАСС.
Ошо программа буйынса студенттар август аҙағынаса тиерлек үҙ иҫәбенә, шулай уҡ үҙҙәренең юғары уҡыу йортонан ойошторолған төркөм менән (сығымдарҙы ебәргән яҡ үҙ өҫтөнә ала) сәйәхәт итергә мөмкин.
Әлеге ваҡытта илдең 15 университеты проектҡа ҡушылған. Санкт-Петербургта, Мәскәү өлкәһендә, Түбәнге Новгородта, Ҡазанда, Владивостокта, Дондағы Ростовта, Калининградта, Томскиҙа, Бөйөк Новгородта, Красноярскиҙа, Барнаулда, Таганрогта, Владикавказда, Симферополдә, Өфөлә һәм Иркутскиҙа программа партнерҙарының вуз кампустарында һәм ятаҡтарында туҡталырға була.
Башинформ.
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас