Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
15 Ноябрь 2021, 07:35

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтары файҙаланыуҙа контроль көсәйтелә

Азат Бадранов Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһы эшмәкәрлеге менән танышты.

Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтары файҙаланыуҙа контроль көсәйтеләБашҡортостанда ер аҫты байлыҡтары файҙаланыуҙа контроль көсәйтелә
Башҡортостанда ер аҫты байлыҡтары файҙаланыуҙа контроль көсәйтелә

 Был турала Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры социаль селтәрҙәрҙә яҙа. Ярты йыл элек Баймаҡ районында Күсей ауылы һәм Баймаҡ ҡалаһы янында алтын сығарған компания эше контролгә алынған ине. Ойошма етәкселеге биләмәне рекультивацияларға вәғәҙә иткән, әммә тейешле эштәр башҡарылмаған. Шуға компанияның лицензияһын тартып алырға ҡарар ителгән. Бынан тыш, 1-се Төркмән һәм Басай ауылдары янында алтын сығарған ойошма эшмәкәрлеге тикшерелгән. Компания намыҫлы эшләй, әммә халыҡтың бесәнлектәренә үтеп ингән. Бындай  күренештәр булмаһын өсөн ер хужаларына сабынлыҡтарын юридик яҡтан теркәргә кәңәш ителә, тип яҙа Азат Бадранов.

Баш ньюс.

 
Автор:
Читайте нас