

Был турала президенттың округтағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров етәкселегендә совет ултырышында белдерелде. Унда Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Башҡортостанда йәштәр өсөн дәүләт программаларына ярашлы 4 мең ярымдан ашыу сара ойошторолған. Был күрһәткес буйынса беҙҙең республика илдә алдынғылар рәтендә. Башҡортостанда шулай уҡ йәштәр сәйәсәте буйынса айырым комитет булдырылған, тип хәбәр итә Баш ньюс.