

Ғәбиҙә Вәлиева Ҡурған өлкәһе ҡыҙы. Башҡортостанда тиҫтә йылдан ашыу йәшәүенә ҡарамаҫтан замандашыбыҙ тыуған яғының үҙенсәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Ул ғына түгел, илһамланып ижад та итә. Бөгөн Ғәбиҙә ханымдың коллекцияһында Ҡурған башҡорттарына хас традицион милли кейемдең бер-нисә төрө бар.
«Тамға» Халыҡ-ара башҡорт милли кейеме оҫталары конкурсы аша башҡорттарҙың ырыуҙарға бүленешен төҫмөрләргә мөмкин. Һәр ҡайһыһы традицион нигеҙгә таянып эшләнгән. Оҫталар уларҙы музей экспонаттарына, китаптарға ҡарап тергеҙгән.
Ҡомартҡы булараҡ быуындан-быуынға тапшырыла килгән әйберҙәр ҙә юҡ түгел. Конкурс шарттарына ярашлы оҫталар эштәрен баһалама ағзалары алдында ла яҡланы.
«Тамға» конкурсы тап ошо маҡсатта традицион милли кейемдәрҙе тергеҙеү эшен тормошҡа ашыра ла инде. Тамбурлы, мәрйен, көмөш тәңкәләр баҫып эшләнгәне булһынмы – һәммәһе лә тарихи феномен. Силәбе башҡорттарына хас булғаны мәҫәлән, кемде генә һоҡландырмай.
Шау көмөштән йыйылған яға, алмиҙеү, боронғо ҡушъяулыҡ та ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш башҡорттарына хас ҡайып сигелгән күлдәк, алъяҡыс та күҙҙең яуын алды. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының да милли кейем комплектының да үҙ нағышы.
Проект финалистары ноябрь аҙағында билдәләнә. Еңеүсе 300 мең күләмендә аҡса менән бүләкләнәсәк, тип хәбәр итә Баш ньюс.