Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Декабрь 2021, 06:16

Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында

“Башҡортостан Республикаһының 2022 йылға, 2023 һәм 2024 йылдарҙың планлы осорона бюджеты тураһында” Башҡортостан Республикаһы закон проекты ҡабул ителде. Башҡортостан Республикаһы бюджетының килем өлөшө 2022 йылда – 228 316,4 миллион һум, 2023 йылда – 226 505, 2 миллион һум, 2024 йылда 238 088,7 миллион һум фараз ителә.

Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһындаБашҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында
Башҡортостан Республикаһы бюджеты тураһында

2022-2024 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы бюджетының төп килем сығанаҡтары элеккесә ҡаласаҡ. Ойошмалар табышына һалым 2022 йылда 33 процент, 2023 йылда – 33,2 процент, 2024 йылда 34,5 процент тәшкил итә.
Физик шәхестәр табышына һалым 2022 йылда 28,6 процент, 2023 йылда – 28,3 процент, 2024 йылда – 28,2 процент, акциздар 2022 йылда 17,9 процент, 2023 йылда – 18,7 процент, 2024 йылда – 18,3 процент булыуы, мөлкәткә һалым 2022 йылда 9,2 процент, 2023 йылда – 9 процент, 2024 йылда – 8,7 процент тәшкил итәсәк тип фаразлана.


Дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан 2022 йылда 6,1 процент, 2023 йылда – 5,8 процент, 2024 йылда 5,4 процент табыш алыу күҙаллана. Был килем сығанаҡтары яҡынса бюджеттың 95 процентын тәшкил итә.
Түләүһеҙ керемдәр 2022 йылға 70 855,7 миллион һум, 2023 йылға – 59 126,6 миллион һум, 2024 йылға 58 388,9 миллион һум билдәләнгән.


Башҡортостан Республикаһының сығым йөклә-мәләренең күләме 2022 йылда 243 316,4 миллион һум, 2023 йылда – 226 505,2 миллион һум, 2024 йылда 238 088,7 миллион һум күләмендә фаразлана.
Өс йыллыҡ бюджеттың сығым структураһында бөтә социаль өҫтөнлөктәр һаҡланған һәм хатта киңәйтелгән. Элеккесә, сығымдарҙың өстән ике өлөшөн социаль әһәмиәтле йүнәлештәргә йүнәлтеү планлаштырыла.
Мәҫәлән, мәғарифҡа 2022 йылда сығымдарҙың дөйөм күләменең 24 проценты, 2023 йылда – 25,9 проценты, 2024 йылда – 24,1 проценты ҡаралған, шуның эсенә 1-4-се класс уҡыусыларын бушлай ашатыуҙы ойоштороуға киткән сығымдар ҙа инә.


Һаулыҡ һаҡлауға ярашлы 20,3 процент, 20 процент, 18,1 процент бүленә, уның шаҡтай өлөшө «Һаулыҡ һаҡлау» һәм «Демография» милли проекттарының ете төбәк өлөшөн тормошҡа ашырыуға, ташлама алыусыларҙы дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, ауыл ерендә медицина өлкәһендә кадрҙар дефициты мәсьәләләрен хәл итеүгә, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә; Социаль сәйәсәткә – 2022 йылда 18 процент, 2023 йылда 18,8 процент, 2024 йылда 17,9 процент бүленәсәк.
Милли иҡтисадҡа 17,3 процент, 17,6 процент, 21,3 процент, шул иҫәптән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа субсидиялар биреү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү муниципаль программаларына ярҙам итеү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген киң үҫтереү сараларын тормошҡа ашырыу ҡарала.


Вил ИЛҺАМОВ.

Автор:
Читайте нас