Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Декабрь 2021, 09:19

Башҡортостанда йыл башынан ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ ҡулланған 100 компания асыҡланған

Хөкүмәттә ведомство-ара комиссия ултырышы уҙҙы. Вице-премьер, комиссия рәйесе Азат Бадранов әйтеүенсә, ҡайһы бер урындарҙа ер аҫты байлыҡтарын үҙләштереү вәхшиҙәрсә бара. Шуға компаниялар эшен аныҡ көйләргә тәҡдим ителде.

Башҡортостанда йыл башынан ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ ҡулланған 100 компания асыҡланғанБашҡортостанда йыл башынан ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ ҡулланған 100 компания асыҡланған
Башҡортостанда йыл башынан ер аҫты байлыҡтарын рөхсәтһеҙ ҡулланған 100 компания асыҡланған

  Баймаҡ районында ике компания алтын үҙләштереүҙе ҙур етешһеҙлектәр менән алып барған. Ошо сәбәпле республикаға 1 миллиард һумлыҡ зыян килтерелгән. Тәбиғәтте күҙәтеү буйынса төбәк идаралығы етәксеһе Роман Болотов әйтеүенсә, намыҫһыҙ эшләгән компаниялар яуапҡа тарттырылған.

Ултырышта ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар эшен баһалау буйынса райондарҙа йәмәғәт күҙәтеү комиссияларын булдырырға ҡарар ителде. Республикала карьерҙар исемлеге лә төҙөлгән. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыусылар ассоциацияһы булдырылған. Әле унда 55 компания иҫәпләнә.

Автор:
Читайте нас