Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Декабрь 2021, 06:04

Республикала шифалы милли эсемлеккә патент алынды

Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәре Башҡорт буҙаһы» эсемлеген алыу ысулына патентҡа эйә булды.

Республикала шифалы милли эсемлеккә патент алындыРеспубликала шифалы милли эсемлеккә патент алынды
Республикала шифалы милли эсемлеккә патент алынды

Аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты технологтары алдына Башҡортостандың милли эсемлеген яңынан тергеҙеүҙән тыш, уның организмға күберәк файҙа килтереүенә өлгәшеү бурысы ҡуйылғайны. Мәҫәлән, эсемлектең составында ваҡ күҙәнәктәр һәм витаминдар һаҡланған.

Уның төп өҫтөнлөгө — әсеү компоненты сифатында яраҡлаштырылған таҙа культура ҡулланыуҙа, был иһә юғары сифатлы продукт алырға мөмкинлек бирә. Әскелтем-сөскөлтөм эсемлек дауалау, диетик, антибиотик үҙенсәлектәргә эйә.

2020 йылдың авгусында ошо фәнни асыш Сибай ҡалаһында «Азатова БУЗА» сауҙа маркаһы аҫтында сериялы етештереүгә индерелде. Был эсемлек «Урал аръяғы - 2021» инвестиция һабантуйында ҡатнашыусыларҙың юғары баһаһын алды,  тип хәбәр итә "Башинформ".

Автор:
Читайте нас