Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
8 Декабрь 2021, 05:26

2022 йылда республикала минималь хеҙмәт хаҡы күпме була

Владимир Путин 2022 йылда минималь эш хаҡы күләмен айына 13 890 һумға тиклем арттырыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был әлегеһенә ҡарағанда уртаса 1000 һумға күберәк. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Республика Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, Башҡортостанда, Урал коэффициентын иҫәпкә алып (әммә Межгорьенан тыш), иң түбән хеҙмәт хаҡы 15 973,5 һум була.

2022 йылда республикала минималь хеҙмәт хаҡы күпме була2022 йылда республикала минималь хеҙмәт хаҡы күпме була
2022 йылда республикала минималь хеҙмәт хаҡы күпме була

Бынан алда Путин социаль мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә билдәләүенсә, федераль бюджет проектында 2,5 процентҡа арттырыу ҡаралған, әммә был ғына етмәй, уны 8,6 процентҡа күтәрергә кәрәк. Хеҙмәткә түләүҙең минималь күләмен арттырыу «күп кенә социаль пособиеларҙың, шул иҫәптән балалы ғаиләләргә түләүҙәрҙең һәм пенсияға өҫтәмәләрҙең үҫешенә йоғонто яһай», тип  хәбәр итә Башинформ.

#Путин

Автор:
Читайте нас