Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
9 Декабрь 2021, 07:26

Башҡортостанға Беларусь республикаһының яуап сәфәре көтөлә

Киләһе аҙнала Өфөлә Халыҡ-ара бизнес форумда Минск делегацияһының да ҡатнашыуы көтөлә. Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. 

Башҡортостанға Беларусь республикаһының яуап сәфәре көтөләБашҡортостанға Беларусь республикаһының яуап сәфәре көтөлә
Башҡортостанға Беларусь республикаһының яуап сәфәре көтөлә

 Уның әйтеүенсә, заманса иҡтисади шарттарҙа берҙәм булғанда ғына эш алып барырға мөмкин. Шуға кооперация тәҡдим итәбеҙ. Төп маҡсат - техника һатып алыу ғына түгел, берҙәм етештереү, хеҙмәтләндереү майҙансыҡтары булдырыу. Башҡортостандың Европа һәм Азия сигендә  урынлашыуын иҫәпкә алғанда беҙҙә ҡеүәтле халыҡ-ара сәнәғәт үҙәктәре булдырыу отошло, тине Радий Хәбиров. Был аҙнала Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла. Бизнес-миссия бөгөн тамамлана, тип хәбәр итә Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас