

Сарала Туризм буйынса федераль агентлыҡ, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлыҡтары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнаша. II “Гастрономия туризмы – яңы мөмкинлектәр” форум-фестивале сиктәрендә федераль эксперттар һәм урам аҙығы фестивале ойошторола. Был сарала илдең 38 төбәгенән вәкилдәр ҡатнаша. Гастрономия турҙары, гастрономия сувенирҙары, аҙыҡ-түлек етештереү, фермалар ойоштороу – ошондай мәсьәләләр ҡарала был сарала. Көн буйы шеф-ашнаҡсылар, ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы вәкилдәре оҫталыҡ кластары ойошторҙо, аҙыҡ-түлекте презентацияланы, дегустация үткәрҙе.
Гастрономия туризмы – илде йәки төбәкте милли гастрономия аша башҡа тарафтарға танытыу ул. Гастрономия турисы өсөн аҙыҡ-түлек – тәү сиратта мәҙәниәт категорияһы. Йәғни был – үҙенә күрә хис-тойғо иҡтисады. Ниндәй генә илдә йәки төбәктә булһаҡ, ғәҙәттә, аҙыҡ-түлек тәме оҙаҡҡа хәтерҙә ҡалыусан. Әлегә Рәсәйҙә гастрономия туризмын үҫтергән төбәктәр бишәү генә. Өҫтәүенә, был өлкәне көйләү буйынса закондар юҡ. Юлия Рыбакова һүҙҙәренә ҡарағанда, был тармаҡта эшләгән ведомстволар араһында үҙ-ара бәйләнеш булдырыу – төп проблемаларҙың береһе. Улар – ауыл хужалығы, эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса ведомстволар.
– Проект тотош Рәсәйҙән гастрономия туризмы практиктарын бер майҙансыҡта йыйыуға йүнәлтелгән. Аныҡ төбәктәр кухняһын алға этәреү ауыр, шуға фестиваль арналған дөйөм тема һайланыла. Был юлы Өфөлә урамдағы аҙыҡ (Street Food) тураһында һөйләшәбеҙ һәм Урал аш-һыуҙары хаҡында әңгәмәләшәбеҙ. Туристар өсөн гастрономия йүнәлешен, шул иҫәптән сит илдәгеләрҙе лә, алға этәреүгә килгәндә, макротөбәк кимәлендәге брендтарға иғтибар итәбеҙ, - тип һөйләне Туризм буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе кәңәшсеһе Юлия Рыбакова.
Башҡортостанға килгәндә, юл буйы хеҙмәтләндереүе был инфраструктураның өлөшө булып сығыш яһаясаҡ. Был үҫеш программаһы Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән. Унан тыш, республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡулллиндың белдереүенсә, республикала ауыл хужалығы туризмын үҫтерергә уйлайҙар. Өҫтәүенә, Башҡортостандың милли аҙыҡ-түлектәре йолалары бай. Урындағы аҙыҡ-түлек сифатлы һәм ярайһы етерлек кимәлдә етештерелә.
9 декабрҙә "Nesterov Plaza" отелендә оҫталыҡ кластары, семинарҙар, “Урал кухняһы” темаһына "түңәрәк өҫтәл" ойошторола. Унда һүҙ макротөбәк кухняһы, уның мөмкинлектәре һәм сиктәре, Урал халыҡтары кухняһы хаҡында барасаҡ. Был көндә икенсе “Рәсәй тәмдәре” конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителәсәк, Бөтә Рәсәй туҡланыу аҙыҡ-түлектәре һәм эсемлектәре етештереүселәре конференцияһы уҙғарыласаҡ. Шулай уҡ блиц-бриффинг буласаҡ. Унда гастрономия туризмы эксперттары аудитория һәм трансляциялау чаты һорауҙарына яуап бирәсәк.
10 декабрҙә урам аҙыҡ-түлектәре фестивале башлана. Ул баш ҡалалағы “Ҡунаҡһарай” майҙанында уҙғарыла. Өфөләргә башҡа төбәктәр аҙыҡ-түлеген тәмләү мөмкинлеге буласаҡ. Әйткәндәй, фестивалдә ауыҙ ителгән блюдолар, ғәҙәттә, ресторандар менюһына индерелә.
Фото: “Башинформ”.
bashgazet.ru