Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
9 Декабрь 2021, 10:08

Яңы йылдан капиталь ремонт өсөн түләү арта

Башҡортостанда капиталь ремонтҡа иғәнә күләме арттырыла, тип хәбәр итте республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2022 йылдың 1 ғинуарынан алты ҡатҡа тиклемге күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме квадрат метрына – 7,46 һум, алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа 8,10 һум була.

Яңы йылдан капиталь ремонт өсөн түләү артаЯңы йылдан капиталь ремонт өсөн түләү арта
Яңы йылдан капиталь ремонт өсөн түләү арта

Быйыл алты ҡатҡа тиклемге йорттарҙа капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләме бер квадрат метрына – 7,18 һум, ә  алты ҡаттан бейегерәк йорттарҙа фатир хужалары өсөн 7,8 һум тәшкил итә.

Башҡортостанда милекселәрҙең айырым категориялары компенсация алырға хоҡуҡлы. Улар – яңғыҙ пенсионерҙар һәм 70 йәштән өлкәнерәк ғаилә ағзалары, бер ғаиләнән пенсионерҙар һәм инвалидтар, шулай уҡ федераль льготалылар категорияһы (хеҙмәт ветерандары; сәйәси репрессияларҙың аҡланған ҡорбандары; тыныс ваҡытта һәләк булғандарҙың ғаилә ағзалары; беренсе һәм икенсе төркөм инвалидтары; инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр; Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтары һәм ҡатнашыусылары; хәрби бәрелештәр инвалидтары һәм башҡалар). Ләкин бурыстары булмаған граждандар ғына компенсацияға хоҡуғы бар. Компенсация алыу өсөн халыҡты социаль яҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас