

Сараның төп ваҡиғаһы - форумдың пленар ултырышы. Унда илебеҙҙең алдынғы юристары публик властың реформаһы, ҡануниәттең һанлы эпоха шарттарына һәм дәүләттең кеше капиталын үҫтереүҙәге мохтажлығына яраҡлашыуы, глобаль һанлаштырыу шарттарында шәхси мәғлүмәттәрҙе һаҡлау, юриспруденцияның көнүҙәк йүнәлештәре, бөгөнгө юристың компетенциялары, оҫталыҡтары һәм башҡа темаларҙы ҡараясаҡ.
Пленар ултырышта Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе Павел Крашенинников, Дәүләт Думаһы депутаты, Рәсәй банктары ассоциацияһы Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары Владимир Сенин, Башҡортостан Юғары суды судьяһы, республиканың атҙағанған юрисы Булат Мәсәғүтов һәм башҡалар ҡатнашасаҡ.
Пленар ултырыштың модераторы – Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлеге рәйесе Ирина Панькина.
– Беҙ әле глобаль саҡырыуҙар осоронда йәшәйбеҙ. Уларҙың ҡайһы берҙәре, мәҫәлән, һанлы технологиялар үҫеше, көндәлек тормошҡа инеп китә, ә дөйөм пандемия кеүектәре бөтә кешелек өсөн форс-мажорға әйләнә. Беҙҙең дискуссия башлыса йәмғиәт һәм дәүләт өсөн мөһим булған темаларҙың хоҡуҡи системалағы трансформацияһы аспекттарына ҡағыласаҡ, – тине ул.
Форум сиктәрендә башҡа саралар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы үтәсәк, унда 2021 йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡтар яһаласаҡ һәм киләсәккә пландар билдәләнәсәк.
Павел Крашенинниковтың “Граф Михаил Сперанскийҙың ете ғүмере" тигән китабының исем туйы буласаҡ. Был китап бөйөк дәүләт эшмәкәре Михайл Михайлович Сперанскийҙың тыуыуына 250 йыл тулыуға арналған. Һөнәрҙәренең алдынғыларына “Йыл юрисы” юридик премияһы тапшырыласаҡ.
“Конгресс-холдағы барлыҡ саралар санитар талаптарҙы теүәл үтәп үткәреләсәк. Форумды Башҡортостан Хөкүмәте, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе, Дәүләт Думаһының дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт комитеты, Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты ойоштора.
Фото: newsfast.ru
bashgazet.ru