

Сарала халыҡ-ара төркиәт академигы, профессор Ғиниәт Ҡунафин, фән докторы, профессор Юлай Псәнчин, БР Милли архивының директор урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, БДПУ доценты Зөләйха Хәбибуллина, Табын ырыуы башҡарма комитеты идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Ғафури районы хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, район Советы рәйесе Ф.Зәйнетдинов һәм райондың башҡорт теле уҡытыусылары, уҡыусылар, ауыл халҡы ҡатнашты. Ҡунаҡтар Милли архив әҙерләгән бай йөкмәткеле күргәҙмәне ҡарағас, ғалимдың тыуған ауылы Ҡаранйылғаға юл тотто.
Бында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов та сәләмләү һүҙҙәренән һуң райондың мәҙәни-рухи тормошона ҙур өлөш индергәне өсөн Ниязбай Булатбай улы Сәлимовҡа «Ғафури районының Почетлы гражданины» исемен тапшырҙы. Ауылдаштары исеменән Миңниә Вәлиева олуғ ғалимдың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында башҡарылған эштәр өсөн ҙур рәхмәт әйтте, шиғырын уҡып ишеттерҙе. Билдәле ғафуриҙар Ж.Кейекбаев тураһында иҫтәлектәре менән уртаҡлашты.
Сәйетбаба башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгендә «Дан юлдар үткән уҙамандар» тип аталған түңәрәк өҫтәл үтте. Сарала Ғиниәт Ҡунафин, Ниязбай Сәлимов, Зөләйха Хәбибуллина, Юлай Псәнчин, Ғәлинур Ҡалмырҙин Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың тормошо һәм ижады хаҡында бай мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Заһир Хәкимов түңәрәк өҫтәлгә ҡарата Дәүләт Думаһының милләт-ара мөнәсәбәттәр комитеты етәксеһе Г.Ю.Семенихиндың тәбрикләү һүҙҙәре еткерҙе.
– Беренсе башҡорт профессоры Жәлил Кейекбаевтың 110 йыллығына арналған түңәрәк өҫтәл төркиәт донъяһында ҙур әһәмиәткә эйә, – тине Заһир Хәкимов.
Сарала шулай уҡ район мәктәптәре уҡыусылары араһында 2008 йылдан бирле уҙғарылып килгән «Кейекбаев уҡыуҙары» ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашып уңышҡа өлгәшкән уҡыусыларҙы ла тантаналы рәүештә ҡотлап үттеләр. «Түңәрәк өҫтәл»дә еңеүсе Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Лилиә Саттарова ғилми эше менән сығыш яһаны. Фекер алышыу барышында ғалимдың ижадын пропагандалау, исемен мәңгеләштереү, башҡорт телен үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әйтелде, киләсәккә аныҡ пландар билдәләнде. Юбилей сараһы оло туған тел байрамына әүерелде.